Хәрби дан көнө
Январь 29, 2022
Просмотров: 43
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 78 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы Байназар мәктәбендә, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында 8-се синыф уҡыусылары өсөн “Ленинград блокадаһы…” исемле патриотик тәрбиә сәғәте үткәрелде. Шулай уҡ, башланғыс синыф уҡыусыларына «Серле шифр» уйынын уйнарға тәҡдим ителде. Дәрестең девизы итеп «Беҙ-тыныслыҡ яҡлы!» һүҙҙәре алынды. Дәрестең символы- «Күгәрсен» татыулыҡ, тыныслыҡ ҡошо, тарихҡа сәйәхәткә «Ленинград блокадаһына» алып барҙы. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.
Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!
Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!