Хоккей турниры
Январь 31, 2022
Просмотров: 36
7 ғинуар Иҫке Монасип ауылында районыбыҙҙа хоккей уйынына нигеҙ һалыусы Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы Кубогына хоккей турниры уҙҙы. Уйында «Байназар студенттары», «Байназар», «Монасип», «Бөрйән», «Ҡыпсаҡ бүреләре» командалары ҡыйыулыҡты һәм батырлыҡты бергә туплап хоккей майҙансығында теҙелеп баҫты. Командалар бер-береһен хоккей сәкәндәрен боҙға һуғып сәләмләште. Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы сараға йыйылыусыларҙың барыһына ла тәбрик һүҙҙәрен әйтеп, сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Монасип мәктәбе физик культура уҡытыусыһы Азат Әхмәт улы Әйүпов уйын барышын тулыһынса үҙ контроленә алды һәм хоккейға старт бирҙе. Хоккей ысынында ла бик сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. «Байназар студенттары» командаһы сәмлелектәре, таһыллыҡтары, ныҡышмалыҡтары, берҙәмлектәре менән айырылып торҙолар һәм шуға ла мәрәй һөҙөмтәләре буйынса турнир еңеүсеһе лә тап улар булды. «Бөрйән» командаһы - 2-се, Байназар мәктәбе уҡыусылары командаһы - 3-сө, «Монасип» командаһы - 4-се, «Ҡыпсаҡ бүреләре» командаһы – 5-се урын менән сикләшергә тура килде.
Турнирҙа, Маликов Динислам һәм Буранбаев Вадим «Иң өмөтлө уйынсы» исеменә лайыҡ булды һәм шәхси эшҡыуар Зөфәр Мөхәмәтулла улы Көҫәпҡоловтың 1000 һумлыҡ премияһы менән бүләкләнде. «Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы» номинацияһында - Аҙанғолов Ильяс, «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында – Дәүләтшин Ильяс танылды.
Сәмле ярыштан һуң, хокейсылар, саҡырылған ҡунаҡтар тәмле сәй эсеп, былау ашап, күтәренке кәйеф менән таралышты.