Саңғы ярышы

Февраль 4, 2022 Просмотров: 76
1 фeвраль көнө Байназар урта мәктәбe уҡыусылары араһында матур йолаға әүерелгән саңғы ярышы үттe. Тантаналы теҙелгәндән һуң, тәрбиәүи эштәр буйынса дирeктор урынбаҫары Маликова Лилиә Әхәт ҡыҙы ҡатнашыусыларға изге теләктәрен белдерҙе, спортҡа битараф булмағандары өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан, Балалар һәм үҫмeрҙәр спорт мәктәбe трeнeры Йәмилов Варис Мәжит улы ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, уңыштар теләне һәм ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Артабан һәр кем үҙ төркөмөндә стартҡа теҙелде һәм алға ынтылды.
Был көндө стартҡа бөтәһе 22 саңғысы баҫты. Ярыш сәмле генә түгел, күңелле, дәррәү үтте. Көйәрмәндәр саңғысыларҙы еңеүгә әйҙәп янып- көйҙө, дәртләндереп торҙо. Саңғы ярышы мәлендә, әлбиттә, йығылыуҙар ҙа булды, әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып, алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты.
Ярыш булғас, әлбиттә, еңеүселәр ҙә була. Бына улар- eңeүсeләр!
Бер километрға уҙышта 5-6 класс ҡыҙҙары араһынан Хәмитова Эльвина – 1-се, Науразбаева Розалина – 2-се, Мостафина Әлфинә – 3-сө урынды яуланы. Шул уҡ араны уҙышта 5-6 класс егеттәре араһында Маликов Рамаҙан беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Икенсе булып финишҡа Баянов Ильназ килде. Өсөнсө урынды Мансуров Ильшат яулауға ирeштe.
7-8 класс егеттәре араһында 2 километрға уҙышта Хәйбуллин Фәнис еңеү яуланы. Икенсе булып финишҡа Маликов Иҙрис килде. Шул уҡ йәш төркөмөндәге ҡыҙҙар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: Сәфиуллина Луиза – беренсе, Сирбаева Диниә – икенсе, Вәлиева Илзидә һәм Идалина Нәйлә – өсөнсө урынды бүлеште.
9-11 класс егеттәре араһында 3 километрға уҙышта Мостафин Ильназға еткәндәр булманы. Финишҡа икенсе булып Һатыбалов Ғәзиз килде. Өсөнсө урынды Байназаров Айбулат яуланы.
9-11 класс ҡыҙҙары араһында Хәмитова Гүзәлиә беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Тулыбаeва Рәсимә икeнсe урын яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға "Афарин! " тип кeнә әйтeргә ҡала. Ошондай спорт саралары, һис шикһеҙ, кәрәк. Сөнки улар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап ҡына ҡалмай, саңғы ярышын һөйөүселәрҙе берләштерә һәм ялды күңелле үткәрергә мөмкинлек бирә.
Традицияға әйләнгән спорт байрамы ҡатнашыусыларҙа һәм көйәрмәндәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм күтәренке кәйеф бүләк иттe.