Баязитов Роберт Ишдәүләт улы иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үткәрелде

Март 31, 2022 Просмотров: 45
17 март, Байназар урта мәктәбендә Баязитов Роберт Ишдәүләт улы иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үткәрелде. Бәйгене асып, мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев ярыштың ойошторолоу тарихы һәм әһәмиәте тураһында әйтеп үтте, бәйгеселәргә ярыш сәме теләне. Баш судья вазифаһын башҡарыусы Азамат Роберт улы Баязитов атаһы иҫтәлегенә арнап ойошторолған турнирға килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм уйын шарттары менән таныштырып, ярыштың ғәҙел, сәмле үтеүен теләне. Ауыл хакимиәте башлығы Салауатов Айрат Зиннур улы ла бәйгеселәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Турнир швейцар системаһы буйынса утте. Уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында шәхси беренселеккә, шулай уҡ уҡыусылар һәм ойошмалар командалары араһында урындар билдәләнде.