Әлифба байрамы

Март 31, 2022 Просмотров: 33
25 март 1 класс уҡыусылары өсөн Әлифба байрамы уҙҙы. Яңы ғына мәктәпкә аяҡ баҫҡан 1 класс уҡыусылары үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлашты: алған белемдәрен күрһәттеләр, йырланылар, бейенеләр. " Мин - Әлифба китабы", тип алдап, байрам түрендә ултырырға теләгән Мәскәй әбейҙе лә дөрөҫ юлға баҫтырҙылар . Байрамды 1-селәрҙең класс етәкселәре Ҡыуандыҡова Гүзәл Ринат ҡыҙы бик ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Маликова Лилиә Әхәт ҡыҙы фән үрҙәрен яулағанда уңыштар, ата-әсәйҙәргә иһә түҙемлелек һәм ныҡлы һаулыҡ теләне. Уҡыусылар тырышып уҡырға, тик яҡшы билдәләргә өлгәшергә вәғәҙә бирҙеләр.
Уҡыусылар киләсәктә тырышып уҡырҙар, юғары уңыштарға өлгәшерҙәр, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар тигән өмөт уяттылар. Был көн уларҙың күңелендә мәңге һаҡланыр тип ышанабыҙ.