Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы

Май 11, 2022 Просмотров: 44
Байназар ауылында, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған саралар гөрләп үтте.
Сара уҡыусы балалар, ауыл кешеләре ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” парады менән башланды. Артабан,
тыныс тормош өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды. Айгөл Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә 3-сө класс уҡыусылары әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция күрһәтелде. Уҡыусыларҙың йырлы-моңло сығышы барыһына ла бик оҡшаны.