Мәктәбебеҙҙә республика көнөнә арналған “Башҡортостан- илгенәм” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Октябрь 31, 2022 Просмотров: 93
Мәктәбебеҙҙә республика көнөнә арналған “Башҡортостан- илгенәм” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурстың маҡсаты уҡыусыларҙы башҡорт шиғриәте менән таныштырыу, йәш быуынға тыуған илгә, Ватанға, туған телгә һөйөү уятыу ине. Уҡыусылар конкурсҡа бик етди ҡарағандар. Бәйгелә шиғырҙар тыуған еребеҙ Башҡортостанға арналды. Конкурсанттар М.Кәрим, Р.Ураҡсина, Р.Ғарипов, С.Әлибай, Г.Юнысова, К.Кинйәбулатова кеүек билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын башҡорт, рус телдәрендә яңғыраттылар. Конкурсанттар араһында шундай маһир һәм оҫта шиғыр һөйләүселәр булды, хатта тыңлап ултырыусыларҙың да, жюри ағзаларының да күҙҙәре йәшләнде, шиғыр юлдары йөрәккә үтеп инде. Шулай ҙа һәр бәйгенең еңеүсеһе була: иң юғары баһаға Гран-приға 3Б синыфы уҡыусыһы Теләүсина Диана лайыҡлы тип табылды. 1 – 2 кластар араһында 1-се урын Дәүләтшина Айгөл, 2-се урын Ҡарағолова Эльвина , 3-се урынды Муллағолов Вадим һәм Баймурзин Нур булеште. 3-4 кластар араһында 1-се урын Малакаев Салауатҡа, 2-се урын Нәдиршина Алтынай, 3-сө урынды Исмәғилова Әмилә, Ҡарағолов Айсар һәм үҙе ижад иткән шиғырын яттан уҡып Музафаров Вадим яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусы уҡыусыларға уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.