Ашнаҡсылар сыҡты бәйгегә

Октябрь 31, 2022 Просмотров: 35
Бөрйән районының Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым филиалдарын үҙ эсенә алған Байназар мәктәбендә 21 октябрь көнө Ашнаҡсы көнө сиктәрендә аш-һыу оҫталары ярышы үтте.Санитар нормаларҙы белгән, порцияны дөрөҫ итеп бүлә белгән, бешереү технологияһы нескәлектәренә эйә булған, ҡулланылған аҙыҡтың сафтан сыҡмауына һәр саҡ иғтибар иткән, тоҙҙо тейешле кимәлдә ризыҡҡа һала ла белгән иң яҡшы аш-һыу оҫталары – конкурсанттар Байназар мәктәбе ашнаҡсыһы Маликова Чулпан Фәнсәф ҡыҙы , Яуымбай мәктәбе ашнаҡсыһы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғабдулхаева, Мәһәҙей мәктәбе ашнаҡсыһы Тәслимә Мәһәҙей ҡыҙы Насырова, Мораҙым мәктәбе ашнаҡсыһы Байрамғолова Зөһрә Фәтих ҡыҙы үҙ оҫталыҡтарын юғарыраҡ урынға барып, аш-һыу әҙерләүгә маһирлыҡтарын күрһәтеп, эш нескәлектәрен тәрәнтен белеүҙәрен иҫбатланылар.
Шул тиклем дә тәмле еҫтәргә күмелеп, алыҫтан уҡ үҙенә ылыҡтырып ҡына торған был һөнәри конкурстың бик күп яңы башланғыстар авторы , әленән- әле мәктәбендә ҙур, ят саралар үткәреүҙә роль уйнаусы Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев инициативаһы менән был мәктәптә тәүге тапҡыр үтеүен билдәләп үтеү кәрәктер.
Өҫтәүенә алдан заказ биреп ҡуйғандай, көнө лә иҫ киткес матур, аяҙ,ҡояшлы. Мәктәптең тышҡы яғында, конкурс үткәреүгә тәғәйенләнгән урында конкурсанттар һәр береһе үҙ биләмәһендә ҡаҙан аҫып, ут яҡҡан. Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы конкурсты асып, изге теләктәрен еткереп, конкурсҡа старт биргәс, ашнаҡсыларыбыҙ йәрәбә тотоп, үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырғандан һуң, тәүге заданиены үтәүгә лә керештеләр. Самауырҙар борҡоп ҡайнап, байрамға йәм биреп кенә ултыра.
Һәр береһе сәмле, уларҙың һәр береһенең йөҙҙәренән ярышта хеҙмәттәренең шул тиклем дә тәмле, кәрәкле , файҙалы, маҡтаулы икәнлеген тағы ла нығыраҡ иҫбатлағылары килгәнлеге асыҡ күренә ине. Мәктәп етәксеһе Й.И.Ҡотлобаев етәкселегендәге ир-егет педагогтарҙан торған баһалама ағзалары конкурсанттарҙың һәр эшен, хәрәкәтен ентекле күҙәтте.
Тәүге эш ойоштороусылар тарафынан бирелгән продукттарҙан АЗУ бешерергә, салат әҙерләргә ине . Был эште үтәүгә ныҡышмалы тотоноп, “һә” тигәнсе улар был эште үтәп тә ҡуйҙылар.
Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, ашарға бешереү үтә лә яуаплы һөнәрҙәрҙән һанала. Был тәңгәлдә, беҙҙең аш-һыу оҫталары тотонорға яраҡлы ризыҡтарҙан аш-һыу әҙерләп, матур биҙәлеш менән , бәйге талабына ярашлы итеп, баһалама ағзаларына тәмләп ҡарарға тәҡдим итте
Әҙер булған ризыҡты өҫтәлгә ҡуйыу, уны тейешенсә яҡлау, ҡулды таҙа тотоу, үҙ-үҙен тотоу – барыһы ла айырым баһа алды. Баһалама ағзалары ла бик ғәҙел. Ентекләп күҙәтеп, ҡарап, дөрөҫ баһа биреүсе, йор, шаян һүҙле ир заттарынан булыуы еңеүҙәргә ышанысты тағы ла арттыра ғына ине. Уларҙың күңелде күтәрерлек матур һүҙҙәре ашнаҡсыларҙы дәртләндерҙе лә.
Конкурс барышын бер үк мәлдә йыр-моң да биҙәне. Уҡытыусы Флүр Дәүләтшин, профсоюз ойошмаһы ағзаһы Дәүләтшина Мәйсәрә, Яуымбай мәктәбе уҡытыусылары коллективы башҡарыуындағы йырҙар байрамға йәм генә өҫтәне.
Конкурсанттар араһында үтә ныҡ тәжрибә туплап, оҙаҡ йылдар эшләгәндәре лә бар. Яңыраҡ ҡына эшкә тотонғаны ла юҡ түгел.
- Тәүге өлөштә тышта айырым ваҡыт арауығы эсендә беҙ ҡушылған ризыҡтан бешереп тә, салат әҙерләп тә өлгөрҙөк,- ти Яуымбай, Мәһәҙей ашнаҡсылары Лилиә Салауат ҡыҙы менән Тәслимә Мәһәҙей ҡыҙы .