25 октябрь- халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө

Октябрь 31, 2022 Просмотров: 30
25 октябрь- халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө.
Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Уҡыусылар китапханаға белем алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын эҙләй.
Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө уңайынан "Яратҡан китабым араһында" акцияһы сиктәрендә башланғыс кластар араһында үҙ ҡулдары менән закладка эшләү конкурсы, китапханасы менән осрашыу,класс сәғәттәре үтте. Шулай уҡ уҡыусылар бер-береһенә үҙҙәре яратып уҡыған китаптарын тәҡдим итеп, уҡырға әйҙәнеләр.