Башҡорт теле көнө
Декабрь 23, 2022
Просмотров: 22
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Ошо уңайҙан Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә "Башҡорт телен яратам" девизы аҫтында, уҡыусыларға башҡорт теленән берҙәм дәрестәр күрһәтелде.Уҡыусылар һәм уҡытыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың, “Туған тел” шиғырын яттан һөйләнеләр. Шулай уҡ, "Мәңге йәшә, һөйөклө башҡорт теле!" исемле китап күргәҙмәһенә ентекле байғау яһалды, китаптағы мәғлүмәттәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сара бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылды, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды.
Сара бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылды, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды.