Байназар мәктәбе боҙ майҙансығында хоккей уйыны миҙгелен асыу
Декабрь 23, 2022
Просмотров: 121
Бөгөн Байназар мәктәбе боҙ майҙансығында хоккей уйыны миҙгелен асыҡ тип иғлан иттеләр. Ярыш хоккейсылар парады менән башланып китте. Быйыл Башҡортостан республикаһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғына Байназар мәктәбенең иң яҡшы спортсылары Вадим Буранбаев менән Ильяс Ҡарағоловҡа бирелде. Шунан һуң Байназар урта мәктәбенең директоры Йәмил Ҡотлобаев һәм Байназар ауыл хәкимиәте башлығы Айрат Салаватовтар һүҙ алды. Улар үҙ сиратында спортсыларҙы сәләмләп, ярыштың сәмле һәм бәлә ҡазаһыҙ үтеүен теләнеләр.
Быйылғы ярышта Байназар, Монасип мәктәбе командалары, шулай уҡ ут күршебеҙ Белорет районының Сермән ауыл спорт мәктәбенән дә алыҫ араны яҡын итеп килеп еткәндәр.
Ярыш ҡыҙыу барҙы, бер команда ла бирешергә теләмәне, көйәрмәндәрҙең әүҙем булыуы уйынсыларға дәрт-дарман өҫтәп торҙо.
Көсөргәнешле ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә, командалар араһынан 3-сө урынды Иҫке Монасип мәктәбе командаһы алды, 2-се урынға Сермән ауылы спорт мәктәбе сыҡты һәм 1-се урынға Байназар мәктәбе командаһы лайыҡ булды. Шулай итеп иң яҡшы хөжүм итеүсе Байназарҙан Ильяс Ҡарағолов, иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы Иҫке Монасиптан Арсений Опря һәм иң яҡшы һаҡсы тип Сермәндән Искәндәр Аҙнабаевтар билдәләнде. Байназар ауыл хәкимиәте башлығы Айрат Зиннур улы иң яҡшы хоккеистарға: Ильяс Ситдиков менән Алмаз Киямовҡа үҙенең премияһын тапшырҙы.
Бөгөнгө ярышты ойоштороусыларға, килгән барлыҡ командаларға һәм уларҙың тренерҙарына оло рәхмәт һүҙебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Байназар мәктәбе уҡыусыһы Вәсилә Әйүпова.