Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы
Март 17, 2023
Просмотров: 253
Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп, йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә. 8 март – ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Был матур байрам мәктәптә киң билдәләнә. Башланғыс класс уҡыусылары әсәйҙәргә конкурс-байрам ойошторҙо.
Иң тәүҙә әсәйҙәргә арналаған шиғыр, йырҙар йырланып, балалар үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ҡотлау открыткаларын тапшырғандан һуң, байрамдың икенсе өлөшөндә "Әсәй һәм ҡыҙ" исемле бәйге үткәрелде. Бәйгелә ҡатнашыусылар бик етди әҙерләнгән,иң тәүҙә һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырғандан һуң,йөрәктәргә үтеп инерлек концерт номерҙары ҡуйҙылар,ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә прическа яһап,матур күлдәктәр эшләп,салат та әҙерләп ҡуйҙылар.
Матур байрам ойошторған башланғыс класс уҡытыусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ !