Милли кейем һәм башҡорт теленән халыҡ-ара диктант көнө

Апрель 20, 2023 Просмотров: 264
#БашДиктант2023 #башҡорттелендәдиктант
Ата-бабаларҙың аманаты,
Тере рухы – башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул!
(С.Әбүзәр)
Бөгөн,20 апрель,Байназар мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Барыһын да туған телгә һөйөү, үҙ милләтең менән ғорурланыу тойғолары берләштергән сара оффлайн форматта ойошторолдо.”Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы ҙур масштаблы һәм күркәм байрам кәйефендә утте.