Белем байрамы көнө
Сентябрь 21, 2023
Просмотров: 55
Байназар урта мәктәбендә уҙған тантаналы линейкала 285 бала, уларҙың ата- әсәләре, уҡытыусылар һәм хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
Мәктәптең уҡыу буйынса сәркәтибе Муллағолова Гөлсөм Рәил ҡыҙы 1 класҡа ҡабул ителгән уҡыусылар тураһындағы бойороҡ менән таныштырғандан һуң, ҡотлау телмәрен Байназар урта мәктәбендә 7 йыл директор вазифаһын атҡарып, быйыл хаҡлы ялға йыйынған Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды башланы.
Артабан райондан килгән вәкил - район хакимиәтенең иҡтисад буйынса урынбаҫары, мәктәбебеҙҙең элекке уҡыусыһы Ғәлин Артур Азамат улы байрам менән ҡотлап, 1 класс уҡыусыларына үҙенең шәхси бүләген бирҙе, шулай уҡ "Урал батыр" XXV йәш сәсәндәр республика бәйгеһендә лайыҡлы сығыш яһаған уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. " Минең ғаиләмдең энциклопедияһы" муниципаль этабында еңеүселәр- 5 класс уҡыусыһы Әмир Мөхәмәтйәнов менән 11 класс уҡыусыһы Илүзә Айытбаева ойоштороусылар тарафынан Рәхмәт хаттары менән аҡсалата сертификатҡа һәм район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар.
Байназар ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Йосопов Әлфир Фауариз улы, Рәсәй үҫмерҙәренең һәм йәштәренең "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһы белгесе Төлкөбаева Гүзәлиә Фәиз ҡыҙы, 1 класҡа килгән уҡыусыларҙың ата - әсәләре исеменән Йыһаншин Илдус Батыр улы уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән ихлас тәбрикләнеләр. Мәктәптең алдынғы уҡыусылары Айытбаева Илүзә , Аҙанғолов Илназ, Иманғолова Диниә, Насырова Уралиә элекке мәктәп директорҙары Роберт Ишдәүләт улы Баязитов менән Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатовтың таҡтаташтарына сәскәләр һалды.
Украинала барған махсус - хәрби операцияла илебеҙ именлеге өсөн башын һалған геройыбыҙ Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы исемендәге премияға спорт ярыштары еңеүсеһе Ҡарағолов Ильяс лайыҡ булды.
Сығарылыш класы уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән шиғырҙар менән йырҙар һәм быйыл тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асыусы беренселәрҙең сығышы линейкаға йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Тәүге ҡыңғырауҙы уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре 11 класс уҡыусылары Әйүпова Вәсилә менән Ишбулатов Батыр шылтыратҡандан һуң, 11 класс уҡыусылары 1 кластарҙы тәүге дәрескә оҙатты.
Быйылғы уҡыу йылы тик уңыштар, яңы шатлыҡ- ҡыуаныстар алып килһен, тигән теләктә таралышты линейкаға йыйылыусылар.