“Сәләмәт йылмайыу” проекты
Сентябрь 21, 2023
Просмотров: 62
5 сентябрь Байназар урта мәктәбендә
“Ҡанатлан” республика мәғариф проекты сиктәрендә, “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырып, стоматология кабинеты үҙ ишектәрен асты.
Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, Башҡортостан "Юлдаш" телевидениеһы хәбәрсеһе Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Ғаяз улы Сәйфетдинов, район хакимите башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.
287 бала белем алған мәктәптә стоматология кабинеты асылыуы ҙур ваҡиға.Республика Хөкүмәте балаларҙың һаулығына ҙур иғтибар биреүе, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Бар уңайлыҡтары булған кабинет асылыуын бар уҡыусылар ҙа, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә көтөп алды.
Сарала ҡатнашыусылар стоматология кабинетының уңышлы эшләүен теләп таралыштылар.