#Вниманиедети

Сентябрь 21, 2023 Просмотров: 71
Хәүефһеҙлек аҙнаһы сиктәрендә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса Берҙәм көн уҙа. Байназар урта мәктәбендә уҡыусылар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, светофор сигналдарын, йәмәғәт транспортында үҙеңде дөрөҫ тота белеүгә уйындар һәм викториналар ойошторолдо. Юл ҡағиҙәләре, билдәләре , уларҙың килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар бөтә һорауҙарға ла тулы һәм ентекле яуап бирҙеләр. Юл ҡағиҙәләренә, транспортҡа ҡағылышлы йомаҡтар ҡойҙолар.