#МиллиКейем2023

Сентябрь 21, 2023 Просмотров: 159
айназар урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Милли кейем көнөнә ихлас ҡушылды. Иртәнсәк мәктәпкә килеүселәрҙе дежур класс- 11- ҙәр башҡорт халҡының милли ризығы - бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Байрамға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа милли кейемдә килде.
1-11 класс уҡыусылары өсөн "Мин- башҡорт балаһы!" тип исемләнгән дөйөм мәктәп линейкаһы үтте. Был сарала тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Н.С.Исмәғилева халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен генә түгел, ә ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын, йыр- бейеүҙәрен онотмаҫҡа, һаҡларға кәрәклеге тураһында әйтеп китте. Шулай уҡ ауыҙ тултырып, башҡорттса һөйләшәйек, тигән теләген еткерҙе. Башланғыс кластарҙа белем алған 84 баланың дәртле бейеүе (хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмаҡова), Ғәзим Уйылдан улы Ғәлиуллин етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбленең сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар башҡорт көйҙәренә бейеп, күңел астылар.
3 дәрестә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова "Милли кейем- рухи хазина" исемле әңгәмә ойошторҙо. Ҡул эше оҫтаһы Таңһылыу Нурғалина сараның төп ҡунағы булды.
Милли кейемдәр, биҙәүестәр ҡуйылған фотозонала һәр класс ихлас фотоға төштө.
Саранан һәр ҡатнашыусы рухи аҙыҡ алып, ҡәнәғәт таралышты.