Милләттәр кросы - 2023

Сентябрь 21, 2023 Просмотров: 509
Алтын көҙҙөң бер шәмбеһендә, йәғни 16 сентябрҙә бөтөн ил буйынса “Милләттәр кросы - 2023” йүгереү көнө үтте. Был спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән 2004 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла килеп, үҙенә күп кешене йәлеп итә.
Байназар урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла "Милләттәр кросы"на ихлас ҡушылды.
Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух!