5 октябрь - Уҡытыусылар көнө

Октябрь 9, 2023 Просмотров: 1293
5 октябрь - Уҡытыусылар көнө. Байназар урта мәктәбендә йылдағыса үҙидаралыҡ көнө үткәрелде. Иртә менән мәктәптең ишек алдында күңелле көйҙәр яңғырай ине. Сығарылыш класы уҡыусылары үҙҙәренә белем биргән педагогтарҙы йырлап, сәскә гөлләмәләре, календарҙар бүләк итеп ҡаршы алдылар. Артабан уҡытыусылар 12 класс уҡыусылары ролен башҡарҙы.
3 дәрестән һуң байрам сәбәпселәре 4 класс уҡыусыларының бай йөкмәткеле сығыштарын ҡарап, балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен алып ҡыуанды.
11 класс уҡыусылары әҙерләгән дәрестән тыш сара ла бик ҡыҙыҡлы булды. Уҡытыусылар ике командаға бүленеп, тапҡырлыҡтарын һәм белемдәрен тикшерҙе. Кисә аҙағында 11 класс уҡыусылары уҡытыусылар менән бергәләп сәй табыны артында педагог һөнәренең нескәлектәре хаҡында һөйләште. Ғилем биреүсе остаздар балаларҙы ошо бөйөк һөнәрҙе һайларға өндәне.
Уҡытыусылар көнөн юғары кимәлдә ойоштороусы сығарылыш класы уҡыусыларына һәм уларҙың класс етәксеһе Рәсимә Рауил ҡыҙына, бай йөкмәткеле концерт ҡуйыусы 4 класс уҡыусыларына һәм уларҙың класс етәкселәре Лилиә Рәил ҡыҙы менән Эльза Илдар ҡыҙына ҙур рәхмәт.