Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улын хаҡлы ялға оҙатыу кисәһе

Октябрь 9, 2023 Просмотров: 3502
6 сентябрь Байназар урта мәктәбендә 7 йыл директор вазифаһын намыҫлы атҡарыусы Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улын хаҡлы ялға оҙатыу кисәһе үтте.
Сарала мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ.Сәйфетдинов, уның урынбаҫары М.М.Ғәлиуллина, Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай филиалы етәкселәре, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Профсоюз ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова кисәне йәнле итеп алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар Йәмил Ишбулды улына рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр, үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, йыр - моңдарын бүләк иттеләр.