11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө!
Октябрь 19, 2023
Просмотров: 68
11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Байназар урта мәктәбендә һәм мәктәпкәсә төркөмөндә ошо байрамға арналған саралар уҙҙы. Был көндө балалар тыуған илебеҙгә дан йырланылар, республикабыҙ тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр, 7 класс уҡыусыларының монтажын ҡаранылар. Шулай уҡ "Башҡортостан- илгенәм!" темаһына һүрәттәр, инша һәм шиғырҙар конкурсы иғлан ителде, китапханала " Сәскә ат, минең Башҡортостан!" исемле күргәҙмә ойошторолдо.
Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән!