Байназар мәктәбенең 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары һәм Мораҙым, Яуымбай филиалы уҡыусылары ГТО нормативтарын үтәнеләр
Октябрь 22, 2024
Просмотров: 383
ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү булып тора.
Бөгөн, Байназар мәктәбенең 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары һәм Мораҙым, Яуымбай филиалы уҡыусылары ГТО нормативтарын үтәнеләр. Унда 70-ләп уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Программала - йүгереү, тәпәш турниктан күтәрелеү, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү (отжимание). Һәр кем үҙенең ГТО сайтындағы шәхси кабинетына инеп, һөҙөмтәләрен ҡарай ала. Һөҙөмтәләргә ҡарап уҡыусыларға алтын, көмөш, баҡыр значоктар тапшырыласаҡ.