17 октябрь Байназар мәктәбендә Атайҙар көнөнә арналған «Атай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге» тип аталған сара үтте

Октябрь 22, 2024 Просмотров: 404
Рәсәйҙә Атайҙар көнөн булдырыу тәҡдимен Хеҙмәт министрлығы индерә. Иҫтәлекле көн Рәсәй Президенты указы менән раҫлана. Атайҙар көнөн 2021 йылдан башлап октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйбеҙ. Атайҙарҙың абруйын ҡеүәтләү өсөн булдырылған был дата быйыл 20-һенә тура килә.
17 октябрь Байназар мәктәбендә Атайҙар көнөнә арналған «Атай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге» тип аталған сара үтте. Мәктәп директоры Нурзилә Сәғит ҡыҙы Исмәғилева байрамды асып, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған атайҙарға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Атайҙарҙы ҡотлап Муллағолова Эльмира Ильяс ҡыҙы йыр йырлаһа, "Еҙ үксә" өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһаны.
Артабан, физик тәрбиә уҡытыусылары Дәүләтшин Флүр Хәлил улы, Аҙанғолова Светлана Мәхмүт ҡыҙы, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Кинйәбулатов Илдус Ғайзулла улы атайҙар һәм балалар өсөн күңелле ярыштар үткәрҙе. Улар мәргәнлектә, иғтибарлылыҡта көс һанаштылар. Ярышта ҡатнашҡан атайҙарға, балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ауыл ерендә атайҙарҙың эше күп шул, ваҡыттары ла юҡ, ләкин шулай ҙа ваҡыт табып, байрамға килгән атайҙарға ҙур рәхмәт! Атайлы бала арҡалы, тиҙәр, балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә Хоҙай насип итһен! Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!