Байназар мәктәбе һәм уның Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым филиалдары менән берлектә Ашнаҡсылар көнө сиктәрендә аш-һыу оҫталары ярышы үтте

Октябрь 22, 2024 Просмотров: 402
Бөгөн, Байназар мәктәбе һәм уның Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым филиалдары менән берлектә Ашнаҡсылар көнө сиктәрендә аш-һыу оҫталары ярышы үтте. Был конкурс өсөнсө йыл рәттән ойошторола һәм мәктәп ашнаҡсыларының һөнәри бәйгеһе рәүешендә үтә. Конкурс барышында Мораҙым филиалы базаһында ашнаҡсылар араһында “Сәләмләү. Конкурсанттар менән танышыу”, “Милли йүнәлештә өҫтәл сервировкалау” тематик өҫтәлдәр конкурс-күргәҙмәһе, “Һорау - яуап” блиц-турниры, “Билмән эшләү оҫталығы" ойошторолдо. Сараны асыу тантанаһында мәктәп етәксеһе Филүс Фәтих улы был сараның әһәмиәтен, мәктәп туҡланыуына иң төп байлығыбыҙ – балаларыбыҙҙың һаулығына бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Был һөнәри ярышта Байназар мәктәбенең намыҫын Идалина Нәсимә Марат ҡыҙы лайыҡлы яҡланы һәм еңеүсе тип табылды. Үҙ сығышында мәктәп директоры Исмәғилова Нүрзилә Сәғит ҡыҙы конкурсты ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм һөнәри байрамдары менән ҡотланы.