Байназар мәктәбендә билдәле яҙыусы-шағирҙарыбыҙ менән осрашыу сараһы үтте

Ноябрь 22, 2024 Просмотров: 52
30 октябрь Байназар мәктәбендә билдәле яҙыусы-шағирҙарыбыҙ менән осрашыу сараһы үтте.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 1968-1970 йылдарҙа мәктәбебеҙҙә эшләп киткән бөйөк әҙип Ҡәҙим Аралбай, яҡташыбыҙ, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, ошо уҡ журналдың бүлек мөхәррире Айзилә Мортаева һәм уҡытыусылар, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Билдәле шәхестәребеҙ һәр һорауға ентекле яуап бирҙеләр, шиғырҙарын уҡынылар, мәктәп китапханаһына китаптарын бүләк иттеләр.
Сараға Ҡәҙим ағайҙың уҡыусыһы Ирек Сәфиуллин да килгән ине. Ул үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ҡәҙим Аралбай, бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Байназарҙа эшләгән йылдарын кисәгеләй яҡшы хәтерләүе, һәр уҡыусыны, һәр уҡытыусыны исемләп белеүе менән барыһын да һоҡландырҙы.
Сара уҡыусыларҙың йыр- бейеүе, ҡурай моңдары, шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Рухи кисә барыһына ла оҡшағандыр, тигән өмөттәбеҙ.