Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйҙәр - тормош биҙәге" исемле бик матур концерт үтте
Ноябрь 22, 2024
Просмотров: 1311
21 ноябрь, Байназар мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйҙәр - тормош биҙәге" исемле бик матур концерт үтте. Вокал номерҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы, шиғырҙар уҡылды. Уҡыусылар һәр сығышты күңел һалып башҡарҙы, шуға күрә залда ултырыусылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде.
Концерт тамашасыларға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф бүләк иткәндeр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ошо сағыу, дәртлe сараны үткәреүгә күп көс һалған 6аб класс етәкселәре Баязитов Азамат Роберт улы һәм Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улына, шулай уҡ музыкаль яҡтан биҙәүселәр Эльмира Ильяс ҡыҙы һәм Зилә Йәнғәле ҡыҙына, 1-7 класс уҡыусыларына һәм уларҙы бейергә, йырларға әҙерләгән 1-7 класс етәкселәренә, сәхнәне биҙәүгә ярҙам иткән 10 класс етәксеһе Илдус Ғайзулла улына һәм уның уҡыусыларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Хөрмәтле әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр һеҙҙе Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.