Байназар йәштәре икенсе һәм уҡыусылар өсөнсө урын алдылар.

Март 5, 2025 Просмотров: 152
Байназар мәктәбе боҙ майҙанында бөгөн ҡыҙыу нөктәлә батырҙарса һәләк булған Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә Байназар ауылы йәштәре командаһы, Байназар мәктәбе уҡыусылары һәм Яңы Усман-Иҫке Собханғол йыйылма командалары араһында хоккей ярыштары уҙҙы. Уйынды  асыуға Филүс Нурғәлиндың әсәһе-Таңһылыу апай,ҡустыһы Фидан, һеңлеһе Фирҙәүес, уйынсыларҙың ата-әсәләре килделәр. Байназар ауылы мәктәбе директоры сараны асып, Таңһылыу апай Нурғәлинә үҙ фәтихән биреп, үҙенең премияһын тапшырып уйын башланып китте. Уйыныдар бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы, бигерәк тә Иҫке Собханғол-Яңы Усман йыйылма командаһы һәм Байназар йәштәре боҙҙо "ҡыҙҙырҙылар". "Тарауал" командаһы 2:1иҫәбе менән еңеүсе булды. Байназар йәштәре икенсе һәм уҡыусылар өсөнсө урын алдылар. Күңелле мәлдәрҙең береһе Ҡурғашлы ир-уҙаманы Шакиров Илдус Зәки улы Байназар командаһына үҙенең 5 меңлек премияһын, ә "Тарауал" командаһы вәкилдәре уйын барышында сәкәне һынған уйынсыға-Ҡарағолов Азамат Альберт улына өр яңы сәкән бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Афариндар!