Белорет районында уҙғарылған хоккей ярышында 1-се урынды “Байназар” командаһы яуланы

Март 5, 2025 Просмотров: 151
СӘМЛЕ СӘКӘН ЯРЫШЫ
Яңы йыл каникулы осоронда быйыл да хоккей уйынын үҙ итеүселәр бушҡа үткәрмәне. Яңы йыл алдынан Байназар мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы, тренер Флүр Дәүләтшин районыбыҙҙан өс команда туплап Белорет районында уҙғарылған хоккей ярышына барып призлы урын алмайынса ҡайтманылар.
Әле килеп “Яңы йыл – 2025” турниры үткәреүҙе лә “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексыһы етәксеһе Зөһрә Хәйбуллина менән берлектә үткәреүгә иреште Ф.Дәүләтшин. Ярышта барлығы 6 команда ҡатнашты – райондан “Бөрйән”, “Байназар”, “Финляндия”, Әбйәлил районынан “Асҡар”, “Ахай”, “Хәлил” командалары ҡатнашты.
Оҙон көн буйына һуҙылған ярыш һөҙөмтәләре ошондай урын алыуҙар менән тамамланды.
1-се урынды хаҡлы рәүештә “Байназар” командаһы яуланы, 2-се, 3-сө урындарҙы “Бөрйән” менән “Хәлил” командалары бүлеште.
Сәкәнселәрҙе Зөһрә Әмир ҡыҙы йылы аш ойоштороп һөйөндөрҙө. Уйын аҙағынан “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы етәксеһе В.Косарев әҙерләгән бүләктәр ҙә хоккейсыларҙың кәйефен бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Призлы урын алыусыларға, ғәҙәттәгесә, грамоталар бирелде, миҙалдар тағылды, кубоктар тапшырылды. Шулай уҡ иң актив хоккейсылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Ошондай ҙур сара ойошторосылар ҙа рәхмәтһеҙ ҡалманы.
Артабан да боҙ майҙансыҡтары буш тормаҫ, ярыштар булып торһон – яңы йыл башланғысы ҡышҡы сезонды япҡансы дауам итер тигән өмөттәбеҙ. Уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр һеҙгә, йәш сәкәнселәр!