Өфө ҡалаһында башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада ла беҙҙең призерҙарыбыҙ
Март 5, 2025
Просмотров: 190
9-10 ғинуар Өфө ҡалаһында башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада үтте. Олимпиадала барлығы 300-ҙән ашыу уҡыусы көс һынашты. Байназар урта мәктәбенән Мостафина Әлфинә (9 класс), Исламғолова Камила (10 класс), Мостафина Әлимә (10 класс), Гарифуллина Гөлназ (11 класс), Салауатова Асия (11 класс) ҡатнашты. 3 турҙан торған көсөргәнешле һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Мостафина Әлимә, Гарифуллина Гөлназ, Салауатова Асия призер булыуға ирештеләр.