Ә ҡатын-ҡыҙҙың бәхете кем ҡулында?

Март 14, 2025 Просмотров: 104
Көндөң матурлығы- ҡояшта!
Күктең матурлығы- йондоҙҙа!
Ерҙең матурлығы- ҡатын-ҡыҙҙа!

Ә ҡатын-ҡыҙҙың бәхете кем ҡулында?
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәлә? Ауыл ҡатын-ҡыҙы бәхетлеме, әллә ҡаланыҡылар бәхетлерәкме? Бөгөн беҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләнек. Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына "Ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем" тигәнде ишетергә тура килә. Ысынлап та, бәхете нимәнән икәнен ҡайһы берҙә хатта ҡатын-ҡыҙ үҙе лә ҡәтғи генә әйтә алмай. Тормошоноң бер яғы уңып та, икенсе яғы кителеңкерәп торһа, ҡайҙа инде ул бәхет тейҙәр. Тимәк, доньяңдың түңәрәклеге, күңел бөтөнлөгө генә ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итә ала.
Бөгөн беҙ ауылыбыҙҙың тырыш, уңған, бар яҡлап та өлгөр әлеге ваҡытта декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан маникюр  оҫтаһы Ҡарағолова Сәлимә һәм тәмле пирогтар бешереүсе, футболка, баш кейемдәрен башҡорт орнаменттары менән биҙәүсе Әлибәкова Гөлнисә менән фәһемле осрашыу үткәрҙек. Уҡыусылар саҡырылған ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр. Сара аҙағында Гөлнисә ҡыҙҙарға пирог бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара тәмле сәй эсеү менән тамамланды.

#НавигаторыДетств
#Росдетцентр
#8МартаНД
#НавигаторыДетстваРБ