Ил һаҡсылары беҙҙең арала
Март 14, 2025
Просмотров: 191
#Илһаҡсыларыбеҙҙеңарала
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип атарға тәҡдим итте.
Һәм Байназар мәктәбендә аҙнабыҙҙы 1-11 класс уҡыусылары өсөн "Ил һаҡсылары беҙҙең арала" исемле осрашыу менән башлап киттек.
Үҙебеҙҙең мәктәптә эшләп йөрөгән, йәш саҡтарында әрме сафтарында хеҙмәт иткән ағайҙарыбыҙҙы саҡырҙыҡ.
Улар әрмелә йәшәгән осорҙарын һөйләп киттеләр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалары менән дә уртаҡлаштылар, уҡыусыларҙы физик яҡтан көслө булырға әйҙәнеләр. Шулай итеп, уҡыусылар менән һалдат ағайҙарыбыҙ араһында ҡыҙыҡлы һәм йәнле һөйләшеү барҙы.
Ваҡыт табып осрашыуға килгән ир-егеттәргә администрация исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Имен-һау булығыҙ.