Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә Байназар урта мәктәбендә милли көрәш буйынса Бөрйән районы беренселеге

Март 16, 2025 Просмотров: 3702

Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә Байназар урта  мәктәбендә милли көрәш буйынса Бөрйән районы беренселеге үтте. Батырыбыҙ ҙа  ошо белем усағын  тамамлаған, Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордены кавалеры, Украина территорияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы иҫтәлегенә арналды.  Йәмғеһе 5 команда ҡатнашты. Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Ниһайәт, иң көслөләр билдәләнде һәм 30- килограмға тиклем  ауырлыҡ категорияһында 1- се урынға  Ишмухаметов Азамат, 2-се урынға Хәкимов Динир, 3-сө урынға Ямғурсин Аскар. 36  килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Чураков Тимерлан еңеүсе булды, икенсе - Ямғурсин Азат, өсөнсө урында Вәлишин Ғәлинур. 40-ҡа тиклем ауырлыҡ категорияһында Хамматов Айнур – беренсе, Нуров  Мухаммед – икенсе, Исламгулов Айгиз өсөнсө урынды яуланы. 45 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында Иҙрисов Йәнгир – беренсе, Ишбулатов Ислам – икенсе, Насыров Ғәзиз өсөнсө урынды яуланы.   50 кг   тиклемге ауырлыҡ категорияһында – Мансуров Инсаф беренсе, Асылбаев Нияз – икенсе, Имангулов Ильяс өсөнсө урынды яуланы.
55 кг ауырлыҡ категорияһында Хисаметдинов  Айназ– беренсе, Мирасов Ильяс – икенсе, урынды яуланы.
60 кг ауырлыҡ категорияһында Суфиянов Динислам – беренсе, Сәғитов  Ислам – икенсе, Мансур Хәсәнов өсөнсө урынды яуланы.
65-кә тиклемге  ауырлыҡтағы көрәшселәр төркөмөндә Рәсим Ямғурсин – беренсе, Артем Головизин – икенсе, Арслан Байбулатов өсөнсө урынды алды.
70 кг ауырлыҡтағы көрәшселәр төркөмөндә Мазитов Урал– беренсе, Шарафутдинов Айсар – икенсе, Науразбаев Ирәндек өсөнсө урынды алды.
70+ кг ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Гималетдинов Рамаҙан – беренсе, Йәнбирҙин  Арслан – икенсе, Байназаров Арслан өсөнсө урынды яуланылар.
Абсолют чемпион исеме өсөн көрәш тә сәмле барҙы.Һөҙөмтәлә, Хисаметдинов Айназ,Ямғурсин Рәсим,Хәлитов Марсель еңеүсе тип табылды.
Байназар мәктәбенең "Хәким" командаһы (етәксеһе Дәүләтшин  Ф. Х.) 1 - се урын яулаһа,2-се урынға Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы (етәксеһе Артур Ямғурсин) , 3 -сө урынға Әтек урта мәктәбенең "Алдар батыр" командаһы (етәксеһе  Фәнзил Әбүбәкиров) лайыҡ булдылар