Шахмат турниры
Апрель 5, 2025
Просмотров: 3414
Бөгөн Байназар урта мәктәбендә, алдан хәбәр итеүебеҙсә, оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә директор булып эшләүсе, күп шахматсылар тәрбиәләүсе Баязитов Роберт Ишдәүләт улы иҫтәлегенә шахмат турниры үтте.
Уҡыусылар араһында призлы урындарға (ҡыҙҙар): 1-се урынға - Гөлназ Манапова, 2-се урынға - Рузалина Арыҫланғужина, 3-сө урынға - Нәзилә Шәкировалар сыҡты.
Малайҙар араһында: 1-се урын - Мансур Сәитбатталов, 2 -се урын - Ильяс Исмәғилев, 3-сө урын - Радмир Ғәлиндарға бирелде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1-се урынды - Айһылыу Шәмиғолова, 2-се урынды Рауилә Хәсәнова, 3-сө урын - Венера Манаповалар алды.
Ирҙәр араһында 1-се урынды хаҡлы рәүештә Рәис Кәбиров яуланы. 2-се, 3-сө урындарҙы Мөхәррәм Ҡасҡынбаев менән Рәил Рахманғоловтар бүлеште.
Еңеүселәргә Баязитовтар ғаиләһе әҙерләгән грамоталарға ҡушып ҡиммәтле бүләктәр һәм күсмә кубоктар тапшырылды.
Роберт ағайыбыҙҙың хәләл ефете Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы һәм балалары ойошторған төшкө аш та һәр кем күңеленә хуш килде.
Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улына, тәмле аштар бешереүсе ашнаҡсыларға, сараны ойоштороуҙа яҡындан ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙе әйтеп таралышты шахмат турнирында ҡатнашыусылар.