#МиллиКейемКөнө2025

Апрель 18, 2025 Просмотров: 217
Милли кейем – ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ –
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем – бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!
Милли кейем көнөндә Байназар урта мәктәбендә бөгөнгө рухлы байрамға арналған бик күп саралар теҙмәһе үтте. "Милләтемдең хазинаһы - милли кейем" исемле класс сәғәттәре, "Милли кейемдә уҡыйбыҙ" акцияһы, китапханала "Милли кейем - халыҡ мираҫы" күргәҙмәһе ойошторолдо .
Шулай уҡ "Ҡурыуҙы" фольклор ансамбле ағзалары менән "Милли кейем-милләт йөҙө" исемле темаға әңгәмә үтте. Фәнүзә Ишбаева, Нәйлә Мәсәғүтова, Нажия Ишҡыуатоваларҙың, Сәғит Алтыбаевтың милли кейемебеҙ, биҙәүестәребеҙ тураһында бай мәғлүмәттәрен барлыҡ уҡыусылар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Сара һуңында "Ҡурыуҙы"ларҙың дәртле сығышы байрамға йәм өҫтәне. Рухлы, дәртле, оҫта ҡуллы ансамбль ағзаларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Халҡыбыҙҙың милли хазинаһы быуындан-быуынға күсһен, милли кейемебеҙ һәр саҡ милләтебеҙ йөҙө, ғорурлығы булһын, тигән теләктәбеҙ.
Нурзилә Исмәғилева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
#МиллиКейемКөнө2025, #ДеньНациональногоКостюма2025,
#милликейемдәуҡыйбыҙ, #учусьвнациональномкостюме,
#МиллиКейем2025, #НациональныйКостюм2025,
#ҡоролтай, #курултай, #ВсемирныйКурултайБашкир