"Йыл уҡыусыһы - 2025" район конкурсы
Апрель 24, 2025
Просмотров: 132
Кисә Иҫке Собханғол мәктәбендә "Йыл уҡыусыһы - 2025" район конкурсы үтте. Унда бөтәһе 13 уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптән 8 класс уҡыусыһы Исмәғилева Инзилә, 10 кластан Мостафина Әлимә һәм Прокопчин Анастасия үҙ көстәрен һынанылар. Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Исмәғилева Инзиля 2 урынға, "Йыл спортсыһы" номинацияһына Мостафина Әлимә лайыҡ булдылар. Ә Прокопчик Анастасия актив ҡатнашыусы дипломына эйә булды.
Алдынғы, тырыш ҡыҙҙарыбыҙҙы конкурсҡа әҙерләгән класс етәкселәре Нәсимә Сабир ҡыҙына, Айһылыу Роберт ҡыҙына рәхмәт. Уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.