Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы саралар үткәрелде
Апрель 26, 2025
Просмотров: 261
Бөгөн Байназар урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы күп кенә саралар үткәрелде.
Мәктәп коллективы һәм 5-7 класс уҡыусылары башҡорт теле халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаштылар.
8-11 класс уҡыусылары өсөн тарих уҡытыусылары "Икенсе донъя һуғышы һабаҡтары" тураһында лекция һөйләне.
Ә 2-4 класс уҡыусыларына физик тәрбиә уҡытыусылары "Күңелле старттар" уйынын ойошторҙо.
Саранан һуң бөтәһе лә яҡшы кәйефтә таралышты.