Гагарин исемендәге Кубок олимпиадаһының Республика этабының һөҙөмтәләре билдәле булды

Май 7, 2025 Просмотров: 257
Гагарин исемендәге Кубок олимпиадаһының Республика этабының һөҙөмтәләре билдәле булды һәм Байназар урта мәктәбенән 9 уҡыусы призер булырға өлгәште.
Шуларҙың дүртәүһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса:
1. Исмәғилева Инзилә (8 а класы уҡыусыһы);
2. Ғарифуллина Миләүшә (7 б);
3. Ҡарағолова Наҙгөл (5а ) ;
4. Теләүсина Диана (5а)
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы уҡыусыларҙы әҙерләүгә күп көс һалды.
Уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм уҡыуҙа артабан да уңыштар теләйбеҙ
Олимпиада ваҡытында һәр яҡлап ярҙам күрһәткән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.