Һуңғы ҡыңғырау - 2025
Май 24, 2025
Просмотров: 2781
Яҙ тантана итә урамда
Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.
Мәктәптәге "Һуңғы ҡыңғырау"
Һағыш өҫтәй саҡ ҡына.
Бөгөн Байназар урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы үтте.
11,9 класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, иң ғәмһеҙ мәле - баласаҡ менән хушлашыу, шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.
Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары!
Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Аҡ юл һеҙгә!