Осрашыу

Сентябрь 8, 2025 Просмотров: 1377
8 сентябрь көнө Байназар урта мәктәбендә, 9 класс уҡыусылары өсөн (класс етәкселәре Дәүләтшин Флюр Хәлил улы етәкселегендә) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙар, ауылдаштары «Назар» һәм «Буран» исемле егеттәр менән осрашыу ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу – балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек мөһим бурысты атҡарыуҙағы яҡшы ғәмәл. Сарала ҡатнашыусылар яугирҙәрҙең хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашыуҙары тураһында ҡыҙыҡһындылар, яуаптар алдылар. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ҡыйыулыҡ өлгөһөн осрашыуға килеүселәр үҙҙәренең яҡташтары миҫалында күрҙе.
Осрашыуға килгән «Назар» һәм «Буран» позывной исемле егеттәр, яҡташтарына яу биләмәһенә йыйып ебәргән посылкалары, йылы хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе, яу яланында хәрби дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ рухты нығыта, ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, - тине улар. Уҡыусыларҙың яндарында ғына ошондай батыр рухлы, көслө кешеләр йәшәгәненә ғорурланып, яугирҙәргә ныҡлы сәләмәтлек, имен юлдар, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп, һуғыш тиҙерәк тамамланыуын теләп таралыштылар.