Хоккей

Январь 5, 2026 Просмотров: 3
#Батырыбыҙ_ФилүсМөбәрәк_улыНурғәлин_иҫтәлегенә9_сыХоккей_турниры
#Байназар1_2_ЯңыУсманИҫкеСобханғол
#ҠурҡаҡтарХоккей_уйнамай
Байназарҙа - батыр иҫтәлегенә Хоккей турниры
5 ғинуар көнө Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе эргәһендәге боҙ майҙансығында, Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған "Ҡаһарманлыҡ ордены" кавалеры Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә Кубок өсөн 2017 йылдан алып, 9 - сы йыл рәттән, райондың асыҡ Хоккей турниры уҙҙы.
Турнирҙы башлап ойоштороусы, бик күп проекттар авторы - Байназар мәктәбе директоры Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы. Уның инициативаһы менән 2017 йылдың ғинуар айынан алып уҙғарылып килгән был турнир - бөгөнгө көндә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, күп һанлы спортсмендарҙы үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ныҡ булышлыҡ итә.
Ҡатнашырға ҙур сәм менән Байназарҙың үҙенән "Байназар -1", "Байназар - 2", Яңы Усмандан "Тарыуал", Иҫке Собханғолдан "Бөрйән айыуҙары" командалары килгән.
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырашында, уйынсыларҙы һәм уйын менән яныусыларҙы Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев сәләмләп, тантаналы рәүештә сәмле ярышты асҡандан һуң, Геройҙың әсәйе Таңһылыу Нурғәлина Рәхмәт белдереп, ярышта барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, уларҙы матур уйындарға дәртләндереп, алға ынтылырға сәм уятты.
- Үтә лә ҡарлы көн булһа ла боҙ майҙансығында батырыбыҙ рухына үткән уйындар бик ҡыҙыу барҙы, Хоккейсыларҙың күңеле күтәренке, тырышлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан ине.
Ярыш юғары кимәлдә, яҡшы үтте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Байназар мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, тренер, баш судья Флүр Хәлил улы Дәүләтшин.
Командалар өсөн янырға бик күп халыҡ килеүе ҡыуаныслы булды. Хатта күрше Яуымбай ауылынан дә күп килгәндәр ине.
Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса "Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин" күсмә Кубогына ярышта ЕҢЕҮСЕ Яңы Усман ауылының "Тарыуал" командаһы эйә булды. 2 - се урынды "Байназар -1" йәштәре, 3 -сө урынды Иҫке Собханғол ауылының "Бөрйән айыуҙары" йәштәр командаһы яуланы.
"Байназар - 2" уҡыусылар командаһы дүртенсе урынға сыҡты.
Командаларға күсмә Кубок, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды.
Уйынсылар араһынан Байназарҙан Илназ Тләүсин "Бына тигән голкипер", Иҫке Собханғолдан Рамаҙан Бариев - "Иң шәп һаҡсы", Яңы Усмандан Морат Ишморатов - "Ҡурҡыу белмәҫ һөжүм итеүсе" исемдәрен яулап, Маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар менән бүләкләнделәр.
Йылдағыса Таңһылыу апай Нурғәлина призлы урын яҡлаусы командаларға шәхсән берәр мең премияһын тапшырҙы.
Айырыуса яҡшы уйынсы уҡыусыларыбыҙ Дәүләтшин Ғилемдарға, Бикмөхәмәтов Инсафҡа, элекке уҡыусыбыҙ, хоккейсы Ситдиҡов Ильясҡа Хоккей һынлы сувенирҙар бүләк ителде.
Өфөнән килгән мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, көслө Хоккейсыбыҙҙың береһе Ишҡыуатов Сынтимер Камил улы һәр ҡатнашыусыға үҙе эшләгән "Спорт тауарҙары" магазинының бер меңлек ташламаға эйә булған Сертификаттарын бүләк итеп ҡыуандырҙы.
Туғыҙынсы тапҡыр Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә Кубок өсөн үткән Хоккей ярыштары Ватаныбыҙға батыр ул тәрбиәләп үҫтергән ҡаһарманыбыҙҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлинаға ихтирам һәм оло хөрмәт билдәһе.
Уйын майҙанынан батырыбыҙ рухы шат, илебеҙҙең күге аяҙ булһын, тигән матур теләктәрҙе әйтеп, бөгөнгө спорт сараһын ойоштороусыларға, бағымсыларға, ярышта ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт белдереп, алдағы йылдарҙа ла ярыштарҙа имен - һаулыҡта осрашырға насип булһын, тип, таралыштыҡ.