Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада

Январь 15, 2026 Просмотров: 3
#Афариндар
#Ҡотлайбыҙ
#Башҡорт_теле_һәм_әҙәбиәте_фәне_буйынса_төбәк_ара_олимпиада
Афариндар!!!
12, 13 ғинуар көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1 - се башҡорт Республика гимназия - интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса төбәк - ара олимпиада үтте.
Байназар мәктәбенән был олимпиадала Исмәғилева Инзилә (9 класс), Ҡарағолова Зилиә, Мостафина Әлфинә (10 класс) һәм Мостафина Әлимә (11 класс) ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Мостафина Әлимә ошо мәртәбәле олимпиадала юғары һөҙөмтә менән призер исеменә лайыҡ булып, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
Республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәләтле уҡыусыларыбыҙға, уларҙың уҡытыусылары Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитоваға, Нурзилә Сәғит ҡыҙы Исмәғилеваға киләсәктә тағы ла юғары үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Иң мөһиме - һаулыҡлы, бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге һәм яңынан - яңы ижади уңыштар юлдаш булһын уларға.
Афариндар!!!
Ҡотлайбыҙ!!!