Милли кейем көнө
Сентябрь 16, 2021
Просмотров: 64
Байназар урта мәктәбендә "Милли кейем- халҡым биҙәге" исеме аҫтында 1-4, 5-8 кластар өсөн саралар уҙғарылды. Байрамға мәғариф ветераны, ауылыбыҙ ағинәйе Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева килде.
Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы милли кейемдәребеҙ, биҙәүсетәребеҙ тураһында тәфсирләп һөйләне, үҙе менән алып килгән, әсәһенән, инәйҙәренән ҡалған ҡомартҡы кейемдәрҙе уҡыусыларға күрһәтте. Рус теле уҡытыусыһы, ҡурай түңәрәге етәксеһе Ғәзим Уйылдан улы Ғәлиуллин ҡурайҙа уйнаған саҡта өҙҙөрә баҫып, йәштәрсә дәрт менән бейеп тә алды. Уҡыусылар ағинәйҙе ихлас тыңлап, үҙҙәренең һорауҙарын да бирҙеләр.
Бөгөн күпселек уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың милли кейемдә, биҙәүестә килеүе байрамға йәм өҫтәне. Милли кейемдәребеҙҙе балалар белергә, кейергә тейеш тигән һығымтаға килеп таралышты осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Халҡыбыҙҙың милли хазинаһы, ҡомартҡыһы быуындан- быуынға күсеп килһә, башҡорт халҡы, йолалары мәңге йәшәр, тигән өмөттәбеҙ.