КӨҘГӨ УҢЫШ БАЙРАМЫ

Сентябрь 16, 2021 Просмотров: 79
Балалар менән бергә эшләгән баҡсасы Әлхәмова Лена Рәсүл ҡыҙы йәйге баҡса эштәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. «Балалар тырышып, ихлас эшләне, бөтәһе лә афарин! Быйыл ҡоролоҡ булғас, йылдағынан уңыш әҙерәк. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңышҡа өлгәшербеҙ тип ышанам», – тине ул. Иң әүҙем, иң тырыш уҡыусылар (11, 8А, 8Б кластары) һәм уларҙың етәкселәре мәктәп администрацияһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Йәйге эҫе тимәй эшкә йөрөүсе башҡа уҡыусылар ҙа тәмле приздар алды.
Аҙаҡ балалар ашханала үҙҙәренең хеҙмәт емешенән әҙерләнгән аштар менән һыйланды.

Бынан тыш 5-10 кластар араһында төрлө конкурстар ойошторолдо.
Тәүге конкурс «Көҙгө композиция» тип аталды. Уҡыусылар йәшелсә һәм емеш-еләктән яһалған сағыу композициялар тәҡдим итте. Һәр класс үҙенең ҡул эштәрен яҡлап сығыш яһаны. Жюри ағзалары Мәсәғүтова Дилбәр Баязит ҡыҙы менән Мөхәмәтйәнов Фәнил Ғәйәз улы балаларҙың оҫталығын, фантазияһын тикшерҙе.

Икенсе бәйге концерт номерҙары ҡуйыу ине. Уҡыусылар бында ла һынатманы – моңло йырҙар йырлап, дәртле таҡмаҡтар әйтеп күңелдәрҙе күтәрҙе.

Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәнсе биология уҡытыусыһы Ғәлләмова Зөлфиә Кәрим ҡыҙы балаларға йәшелсә-емешкә ҡағылышлы викторина һорауҙары бирҙе. Дөрөҫ яуап ҡайтарғандар бүләктәр алып ҡыуанды.

Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләре буйынса Исламғолова Айгөл Рәсүл ҡыҙы етәкләгән 8А класс уҡыусылары гран-при яуланы. Уларҙың сығышы башҡаларҙан айырылып торҙо. I урынға 7А класы лайыҡ булды. II урынды 7Б, 5А, 8Б кластары бүлешһә, 6, 9, 5Б кластары III урын алды. Еңеүселәр татлы ҡарбуз менән бүләкләнде.
Эшһөйәр малай-ҡыҙҙарға уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә уңыштар юлдаш булһын!

Айгиз Боранғолов яҙмаһынан алынды.